Башҡортостан көрәшселәре билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселегендә ике алтын, бер көмөш һәм өс бронза миҙал яуланы. Ярыштар Дағстанда үтте.
Алтын миҙалға Зарина Ғәбиҙуллина һәм Варвара Омелина лайыҡ булды, Диана Котловская – көмөш, Роман Ханжин, Ярослава Порываева һәм Марлен Тюлюкбаев бронза миҙалдар менән бүләкләнде.
Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 атлет май айында Үзбәкстанда донъя беренселегендә ҡатнашыуға саҡырыу алды.