Өфөлә «Салауат Юлаев»тың тоғро көйәрмәне Рәшиҙә Мортазина Григорий Паниндың саҡырыуы буйынса яратҡан командаһының уйынына килде. 86 йәшлек көйәрмән юлаевсыларҙың көсөргәнешле алышта Минскиҙың «Динамо»һын еңеүенә ҡыуаныуын белдерҙе.
«Бик борсолоп ҡараным. Ғәҙәттә, өйҙә хоккейҙы тыныс ҡына ҡарайым, ә бында хатта тауышымды юғалттым. Башҡа көйәрмәндәр менән бергә ҡысҡырҙым, көйҙөм. Беҙҙең хоккейсылар иң яҡшыһы!» — тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы.
Матчтан һуң команда капитаны Григорий Панин менән һаҡсы Алексей Василевский Рәшиҙә инәйгә бүләк яһаны – уға үҙенең исеме һәм йәше яҙылған футболка бүләк итте. Хоккейсылар автографтарын ҡалдырҙы, тағы ла өйҙә үткән уйындарға килергә тәҡдим итте. Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы яуап итеп юлаевсыларға еңеүҙәр теләне һәм йәнә «Салауат Юлаев – чемпион!» тип ҡысҡырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» журналистары юлаевсыларҙың тоғро көйәрмәне Рәшиҙә Мортазина менән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан осрашҡайны. Уның менән хоккей, «юлаевсылар»ҙың уңыштары һәм плей-оффҡа булған өмөттәр хаҡында һөйләштеләр. Был хаҡтағы мәҡәләне бында уҡығыҙ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.