

Башҡортостандың йәш спортсылары спорт акробатикаһы буйынса Рәсәй беренселегендә иң яҡшылары тип танылды. Орел ҡалаһында үткән турнирҙа илдең 34 төбәгенән 11-16 йәшлек 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Октябрьский хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский хәбәр итеүенсә, Дина Низаева менән Тихон Брезгин ҡатнаш дисциплинала пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелде. Төркөмдәр программаһында Маргарита Садовникова, Камилла Кириллова, Анастасия Иванова икенсе булды.
Спортсылар менән Олеся Муллағәлиева, Владислав Куприянов, Фирүзә Вәлиева, Сабина Вәлиуллина һәм Валерия Мензорова шөғөлләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Октябрьский ҡалаһы Башҡортостанда спорт акробатикаһы буйынса төп үҙәктәрҙең береһе булып тора. Ҡала спорт акробатикаһы федерацияһының башҡарма директоры Александр Дергуновтың әүҙем эшләүе һөҙөмтәһендә Октябрьскийҙа Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар ойошторола башланы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.