12:10 (UTC+5), 06 Февраля 2025

Башҡортостанда «Беҙ бергә. Спорт» Бөтә Рәсәй спартакиадаһы башланды

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Иван Вавилов

Башҡортостанда насар ишеткән кешеләр өсөн «Беҙ бергә. Спорт» Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһы старт алды. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, сарала илдең 30 төбәгенән 800-ҙән ашыу иң көслө спортсы ҡатнаша.

Ярыштарҙың төп өлөшө Өфөлә үтһә, айырым йүнәлештәр буйынса ярыштар Ишембайҙа һәм Әбйәлил районында ойошторола. Беренсеһе 7 февралдә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт бында баҫыла.

«Башҡортостандың күләмле, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар өсөн сараларҙы ойоштороу тәжрибәһе ҙур. Республикабыҙҙы йәнә ошондай турнирҙы үткәреү урыны итеп һайлауҙары бик әһәмиәтле. Бөтә ҡатнашыусыларға ла уңыштар теләйем. Улар – спортҡа һәм тормошҡа ғашиҡ ҡыйыу кешеләр. Улар юғары үрҙәргә үрләй һәм үҙҙәренең уңыштары менән башҡаларҙы ла дәртләндерә. Спартакиадала ҡатнашыусыларға –  матур еңеүҙәр, ә көйәрмәндәргә – сағыу тәьҫораттар!», — тигән теләктәрен еткерҙе Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-02-06/v-bashkirii-startovala-vserossiyskaya-spartakiada-my-vmeste-sport-4111126

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика