Бөгөн Өфөлә «Салауат Юлаев» һәм Хабаровскиҙың «Амур» командалары уйнай. Матч етеп килгән Яңы йыл алдынан үҙ майҙанындағы уйындар серияһында беренсеһе була.
Хәҙер Өфө хоккей командаһы 48 мәрәй йыйып, Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында икенсе урынды биләй. «Амур»ҙың 20 мәрәйе бар, ул турнирҙың һуңғы урынында тора.
Бынан алдараҡ Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре үҙ майҙанындағы бөтә матчтарҙы ла еңеү менән тамамланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат Юлаев» Мәскәү өлкәһенең «Витязь», Мәскәүҙең «Спартак», Силәбенең «Трактор», Новосибирскиҙың «Себер» һәм Өфөнөң «Аҡ Барыҫ» командаларын еңде.
6+