08:00 (UTC+5), 18 Декабря 2024

Рәсәй Хөкүмәте Олимпиаданың алтын миҙалдары өсөн 4-шәр миллион һум түләй

Дарья Субботина

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2024 йылда Париждағы Олимпия уйындарында миҙал яулған Рәсәй спортсыларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк билдәләне. Рәсәй Федерацияһы премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған тейешле ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документтан күренеүенсә, алтын миҙал өсөн спортсыларға — 4 миллион һум, көмөш миҙал өсөн —2,5 миллион һум, бронза миҙал өсөн 1,7 миллион һум түләнергә тейеш.

Бынан тыш, еңеүселәрҙең тренерҙарына ла аҡса ҡаралған: «алтын» өсөн — 800 мең һум, «көмөш» өсөн — 500 мең, «бронза» өсөн — 340 мең.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы Олимпиадала нейтраль статуста илебеҙҙең 15 спортсыһы сығыш яһаны. Тенниссылар Мирра Андреева һәм Диана Шнайдер парлы разрядта көмөш миҙал яуланы. Һәр спортсыға 2,5-шәр миллион һум түләнә.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-12-18/pravitelstvo-rossii-vyplatit-po-4-mln-rubley-za-zolotye-medali-olimpiady-2024-4057217

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика