Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Декабрь 2024, 15:34

Башҡортостан студенты мас-рестлинг буйынса донъя чемпионатында бронза яуланы

БДМУ-ның матбуғат хеҙмәте
Фото: БДМУ-ның матбуғат хеҙмәте

Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Ибраһим Мөхәммәт мас-рестлинг буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы. Ҡырғыҙстандың Бишкәк ҡалаһында үткә турнирҙа донъяның 21 иленән 250-нән ашыу спортсы ҡатнашты.

Башҡорт дәүләт медицина университетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шулай уҡ Нигериянан Самуэль Алладе, Конгонан Геш-Тефред Миателана, Колумбиянан Вероника Лорена республикабыҙ намыҫын яҡланы. Спортсылар ярымфиналда еңелде һәм 4-5-се урындарҙы алды.

Студенттар Башҡорт дәүләт медицина университетының физик культура кафедраһы мөдире Руслан Ғәйнуллин һәм физик культура кафедраһы уҡытыусыһы Илһам Ишмөхәмәтов етәкселегендә шөғөлләнә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Путиндың Өфөлә уҙған совет йомғаҡтары буйынса милли спорт үҙәген булдырырға ҡушыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-12-03/student-iz-bashkirii-zavoeval-bronzu-na-chempionate-mira-po-mas-restlingu-4034861

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас