12:05 (UTC+5), 21 Ноября 2024

Башҡортостан спортсылары өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй кубогында 8 миҙал яуланы

Фото: Башҡортостандың адаптив спорт үҙәге
Инсаф Хужабиргәнов

Ҡурған өлкәһендә аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалған спортсылар араһында өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй кубогы уҙҙы. Унда илдең 15 төбәгенән 66 спортсы ҡатнашты.

Башҡортостандың адаптив спорт үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙ спортсылары 3 алтын, 3 көмөш һәм 2 бронза миҙалға лайыҡ булды. Яңғыҙ разрядта Елена Прокофьева — алтын, Өфөнән Линар Вәкилов — көмөш, Марина Соловьева, Александр Емельянов бронза наградалар яуланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында беренсе урынды Башҡортостан йыйылмаһы алды (Наҙгөл Байғужина, Елена Прокофьева, Марина Соловьева). Парлы разрядта ла беҙҙең спортсыларға тиңдәр булманы: Марина Соловьева һәм Елена Прокофьева алтын, Александр Емельянов һәм Елена Прокофьева, Даниил Иванов һәм Линар Вәкилов көмөш миҙалдарға лайыҡ булды.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың спортты һәм физкультураны үҫтереү буйынса чемпион булыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-11-21/sportsmeny-iz-bashkirii-zavoevali-8-medaley-na-kubke-rossii-po-nastolnomu-tennis-4018651

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика