Бөгөн Ҡазанда билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Унда донъяның 35 иленән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Республиканың спорт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан спортсылары дүрт миҙал яуланы.
Алёна Фәтихова 52 килограмға тиклемге категорияла көмөш миҙал яуланы, Илфаҡ Ибәтуллин (57 килограмм), Альбина Алиева (76 килограмм) һәм Зарина Әлмөхәмәтова (66 килограмм) бронза призерҙар булды, тип белдерҙеләр спорт министрлығында.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың Рәсәйҙең Милли спорт премияһы лауреаттары иҫәбенә инеүе хаҡында хәбәр иткәйне.