Башҡортостанда 7-12 йәшлек балалар араһында шайбалы хоккей буйынса асыҡ беренселек уҙғарыла. Был хаҡта республиканың Берләштерелгән хоккей федерацияһынан хәбәр иттеләр. Ярыштар 16 ноябрҙә башлана һәм 2025 йылдың 30 мартына тиклем дауам итә.
Ете йыллыҡ тәнәфестән һуң беренселек 9 ябыҡ боҙ майҙансығында ойошторола. Унда республикабыҙҙың 24 клубы, шул иҫәптән «Астра», «Салауат Юлаев», «Нарыштау», «Елкән», «Таусы» һәм башҡа хоккей клубтары ҡатнаша. Тәүге тапҡыр өс ҡыҙҙар командаһы уйнай.
Финалды Башҡортостандың төп боҙ һарайы — «Өфө-Арена» майҙансығында үткәреү планлаштырыла. Турнирҙы ойоштороусыларҙан даими индивидуаль һәм команда приздары ҡаралған.
Бынан алдараҡ Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк Өфөнөң спортты яратҡан, ҡунаҡсыл ҡала булыуын әйткәйне.