Башҡортостандың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала 5295 кеше ГТО нормативтарын үтәгән.
Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв уларҙы ГТО-ның алтын билдәһе менән бүләкләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйған.
«Беҙҙең республикала 68 тест үткәреү үҙәге эшләй, тимәк, ул һәр районда һәм ҡалала берешәр йәки бер нисә объект бар», — тип билдәләне Башҡортостандың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов.
Уларҙың эш графигы менән ГТО төбәк операторының рәсми сайтында танышырға мөмкин.