

Өфөлә 17-19 октябрҙә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы барышында «Чемпиондар төнө» ойошторола. «Өфө-Арена»ла Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең билдәле боксерҙары ҡатнашлығында алты алыш була.
«Башҡортостанда балалар-үҫмерҙәр боксын һәм юғары ҡаҙаныштар спортын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу буйынса планлы эш алып барыла. Әлеге көндә был спорт төрө менән 9 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Республика спортсылары ил ярыштарында һәм халыҡ-ара ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, Өфөлә боксты үҫтереү үҙәген төҙөлә. Сираттағы «IBA Чемпиондар төнө»н үткәреү йәнә бер тапҡыр республикала бокстың популяр булыуын күрһәтә. Сара юғары кимәлдә үтер тип ышанам», — тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, республиканың Бокс федерацияһы президенты Андрей Назаров.
Төп алышта яҡташыбыҙ Артур Собханғолов (6-0, КО 4) Ҡытайҙан WBC Asia Wensong Liu чемпионы менән осраша. Был иһә WBC версияһы буйынса Азия чемпионы титулын яҡлау.
17 октябрҙә Башҡортостан спортсыһы Данис Ғабдрафиҡов та алышҡа сыға. Ул 67 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Грузия чемпионы Nikabadze Luka менән осраша.
Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, БРИКС уйындары-2024еңеүсеһе Азалия Әминева ошо шоуҙа Һиндостан чемпионы Raj Sahiba менән икенсе алышын үткәрә. Шулай уҡ Өфөлә Альберт Батыргазиев (Рәсәй), Мөслим Гаджимагомедов (Рәсәй) бокс уйнай.
Сараны Башҡортостан хөкүмәте, Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Башҡортостандың Спорт министрлығы, шулай уҡ илдең Бокс федерацияһы булышлығында Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы(IBA), Iron& Gloves Promotions һәм Dynamo Boxing Promotions ойоштора.
12+
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.