«Салауат Юлаев» һөжүмсеһе Глеб Кузьминдың хәле бик ауыр. Өфө хоккей клубының баш тренеры Виктор Козлов Омскиҙың «Авангард»ы менән осрашыуҙан һуң матбуғат конференцияһында ошо турала белдерҙе.
«Дәғүәсе һөжүмдә лә, оборонала ла яҡшы уйнаны. Глеб Кузьмин менән булған хәл беҙҙе борсоуға һалды. Хәле ауыр, тиҙәр. Иң мөһиме, тиҙерәк һауыҡһын. Мин һөйләй алмайым, сөнки был күңелһеҙ хәл», — тине Виктор Козлов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Өфөлә «Салауат Юлаев» менән «Авангард» уйыны ваҡытында Глеб Кузьмин етди йәрәхәт алды. Өфө хоккейсыһын носилкаға һалып дауаханаға алып киттеләр. Бөгөн билдәле булыуынса, уның умыртҡалығы һынған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.