Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Сентябрь 2024, 15:06

Башҡортостан спортсыһы халыҡ-ара ярыштарҙа алтын миҙал яуланы

Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостандан самбосы Әлиә Мөхәмәтйәнова Гран-при халыҡ-ара ярыштарында еңеүсе булды. Спортсы 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында самбо буйынса алтын миҙал яуланы, тип хәбәр итә республиканың Спорт министрлығы.

Санкт-Петербургта илдең 28 спортсыһы араһынан декабрь айында Ҡазанда Гран-при финалында ҡатнашыусылар һайлап алынды. Үҙенең ауырлығында Әлиә Мөхәмәтйәноваға тиңдәр булманы.

Яҡташыбыҙ Гастелло исемендәге спорт мәктәбендә Елена һәм тСтанислав Орловтар етәкселегендә шөғөлләнә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан уҡсыһының халыҡ-ара ярыштарҙа уңыштары хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-09-02/sambistka-iz-bashkirii-zavoevala-zoloto-na-mezhdunarodnyh-sorevnovaniyah-3907414

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас