Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Август 2024, 16:43

Яҡташыбыҙ янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы

Башҡортостандан Даяна Нафиҡова үҫмер спортсылар һәм ҡыҙҙар араһында янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса донъя чемпионы булды.

IX донъя чемпионаты ошо көндәрҙә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында үтте. Яҡташыбыҙ 17-18 йәшлек спортсылар араһында ҡаршылыҡтар булған 100 метр арауыҡтағы дисциплина буйынса ярыштарҙа алтын миҙал яуланы. Финал ярышында Даяна үҙ арауығын 16,34 секунд һөҙөмтәһе менән үтте һәм быға тиклемге донъя чемпионаттары рекордын уҙҙы.

Рәсәй командаһында өс башҡорт спортсыһы бар. Улар: Валерия Булыгина, Александра Тягушева һәм Даяна Нафиҡова.

Чемпионатта илебеҙҙән, Словакия, Латвия, Чехия, Болгарии һәм Беларусь Республикаһынан, шулай уҡ күҙәтеүселәр сифатында Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенән вәкилдәр ҡатнаша.

Быға тиклем «Башинформ» шахбокс буйынса чемпионатта абсолют чемпион исемен яулаған башҡорт спортсыһы Илнар Биғәлиндың уңыштары хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-08-16/sportsmenka-iz-bashkirii-stala-chempionkoy-mira-po-pozharno-spasatelnomu-sportu-3888802

Автор: Ләйсән Закирова

Читайте нас