Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Артур Ханнанов финалда Һиндостан спортсыһы менән ярышҡан. Артур Ханнанов алышты өсөнсө раундта шахмат сеансына тиклем тамамлаған.
Быға тиклем Артур Ханнанов башҡа Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары Илсур Исхаҡов һәм Дилара Хәтмуллина менән берлектә Италияла үткән донъя беренселегендә уңышлы сығыш яһағайны, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Шахбокс - шахмат һәм боксты берләштергән спорт төрө. Спортсы рингта сығыш яһарға, шахмат уйнауға ла оҫта булырға тейеш. Уйын шахбоксерҙарға үҙҙәренең физик мөмкинлектәрен генә түгел, шахматта тактика төҙөү һәләтен дә асырға мөмкинлек бирә. 2020 йылдың 15 июнендә Рәсәйҙә шахбокс федерацияһы булдырылған. Уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе - Өфөнән бокс буйынса тренер Ришат Саяпов.