Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Июль , 11:45

Башҡортостан еңел атлеты Виктор Яншаев Рәсәй беренселегендә «бронза» яуланы

Башҡортостандың Спорт министрлығы, телеграм
Фото:Башҡортостандың Спорт министрлығы, телеграм

Башҡортостан спортсыһы Виктор Яншаев еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселегендә бронза призер булды. Был хаҡта республика спорт министрлығының телеграм-каналы хәбәр итә.

«Башҡортостан спортсылары йәнә ҙур ярыштарҙа һөҙөмтәләр күрһәтә. Был юлы Нефтекама еңел атлеты 1500 метрға йүгереүҙә өсөнсө урынды алды. Ҡотлайбыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ», — тиелә республика спорт министрлығының белдереүендә.

Башинформ хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың еңел атлеты, Дыуан спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Захар Неустроев ике тапҡыр Рәсәй беренселегендә еңеүсе булды. Ул 100 метр һәм 200 метрлыҡ спринтер дистанцияларында финишҡа беренсе булып килде.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-07-15/legkoatlet-iz-bashkirii-viktor-yanshaev-zavoeval-bronzu-na-pervenstve-rossii-3848653

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: