09:05 (UTC+5), 25 Июня 2024

Радий Хәбиров БРИКС уйындарында еңгән республика спортсыларын ҡотланы

Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Ҡазанда БРИКС уйындарында сығыш яһаған Башҡортостан спортсылары еңеүгә ихтыяр көсөн күрһәтте һәм лайыҡлы һөҙөмтәләргә өлгәште. Улар 12 алтын, 7 көмөш һәм 1 бронза миҙал яуланы. Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм зачётта беренсе урынды алды, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров.

«БРИКС илдәре уйындарында 90 илдән 4,8 мең кеше ҡатнашты. Спортсыларыбыҙҙы, уларҙың тренерҙарын һәм яҡташтарыбыҙ өсөн янып-көйгәндәрҙең барыһын да ҡотлайым. Республикабыҙ йәнә илдең ҙур  спорт үҙәге икәнен раҫланы. Ә был фотоларҙа — беҙҙең алтын миҙалсылар. Ғорурланабыҙ!» — тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең telegram-каналында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең йыйылма командаһы составына 18 яҡташыбыҙ инде. Бына улар: Азалия Әминева, Хажиәкбәр Мәмәйосопов һәм Бекхан Исраилов (бокс), Алина Дәүләтова (бадминтон), Артур Зөлҡәрнәев (көрәш), Нохчо Лабазанов (спорт көрәше), Алена Фәтихова, Алина Пухова, Замира Кусаева, Илфаҡ Ибәтуллин, Рәзил Шәбиев, Айнур Сыртаев (билбау көрәше), Тимур Сафин һәм Владислав Журавлёв (фехтование), Эрнест Шәрәфетдинов, Анна Кудрявцева, Айгөл Садиҡова (карате), Илья Первухин (байдаркала һәм каноэла ишеү).

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-06-25/radiy-habirov-pozdravil-pobediteley-igr-briks-iz-bashkirii-3821831

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика