Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Июнь 2024, 12:20

Башҡортостан шашкасылары — Рәсәй чемпиондары

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы
Фото:Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы

Башҡортостан спортсылары йөҙ шаҡмаҡлы шашка уйындары буйынса ил чемпиондары исемен яуланы. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Шашка турниры уҙған ял көндәрендә Мәскәү өлкәһендә үтте. Башҡортостандың йыйылма командаһында — Өфөнән, Ишембайҙан, Стәрлетамаҡтан 13 спортсы. Улар өс алтын, бер көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы.

«Ир-егеттәр араһында 10 тапҡыр донъя чемпионы Александр Георгиев ике программала еңде (классик һәм тиҙ), рус һәм халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаттары еңеүсеһе Муродулло Амриллаев үтә тиҙ йөрөшлө программала иң яҡшыһы булды. Дүрт тапҡыр донъя чемпионы Айгөл Иҙрисова Рәсәй чемпионатында көмөш һәм бронза миҙалды алды. Анатолий Татаренко, Кристина Осипова, Айгизә Мөхәмәтйәнова бронза миҙалдар яуланы», — тип яҙа Руслан Хәбибов.

Бынан алдараҡ Өфөнөң «Толпар» шахмат клубы Башҡортостан шахмат лигаһының беренсе миҙгелендә еңеү яуланы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-06-03/shashisty-iz-bashkirii-stali-chempionami-rossii-3795632

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: