Киләһе йылдың башында Өфөлә биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла, тип хәбәр итә Башҡортостандың Спорт министрлығы Рәсәйҙең Биатлонсылар союзына һылтанма менән.
Календарь планға ярашлы, яңы миҙгелдә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында биатлон буйынса ярыштар 2025 йылдың 10-17 февралдә үткәрелә. Башҡортостандың баш ҡалаһында спринт, эҙәрлекләү ярышы һәм масс-старт ҡаралған.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы рейтингҡа йомғаҡ яһаны. Уҙған миҙгелдә Өфө биатлонсыһы Эдуард Латипов иң яҡшыһы булды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.