Башҡортостан йөҙөүсеһе Виталий Цыбрюк йөҙөү буйынса Халыҡ-ара паралимпия комитетының донъя серияһы этабында көмөш призер булды. Был хаҡта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
Сингапурҙағы турнирҙа 21 илдән 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Виталий Цыбрюк ир-егеттәр араһында 50 метр арауыҡҡа ирекле стилдә йөҙөүҙә икенсе булып килде.
Әйткәндәй, Башҡортостан футболы тәрбиәләнеүсеһе Игорь Дивеев Рәсәй йыйылма командаһына инде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».