09:25 (UTC+5), 15 Мая 2024

Өфөлә Фехтование үҙәге быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырыла

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Өфөлә баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур спорт объекттары төҙөлә. Затон биҫтәһендә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге янында Фехтование үҙәге асыла. Дөйөм майҙаны 6 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән объект йыл аҙағына тиклем тапшырылырға тейеш. Бөгөн, 15 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш барышы менән танышты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 15 декабрендә республика етәксеһе яңы спорт объекты нигеҙенә һынау свайын ҡағыу тантанаһында ҡатнашты.

«Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Марат Вәсимов һүҙҙәренсә, бинала төп төҙөлөш эштәре тамамланған, бында төҙөүселәр фасад һәм биҙәкләү эштәренә тотонған.

Шулай итеп, 42х24 метр ҙурлығындағы универсаль спорт залында фехтование өсөн 8 юл була. Юғары кимәлдәге турнирҙарҙы тап ошонда үткәрергә мөмкин. Объектта шулай уҡ махсус спорт залы, шәхсән шөғөлләнеү өсөн тренажер һәм спорт залдары бар. Трибуналар 373 урынға иҫәпләнгән. Бында гардероб, тренерҙар, комментаторҙар, судьялар бүлмәһе, душ инеү, сисенеп-кейенеү урындары була. Бынан тыш, Фехтование үҙәгендә ҙур булмаған бассейн, буфет, конференц-зал һәм спорт тауарҙары магазины ҡаралған. Төҙөүселәр эштәрҙе йәй аҙағына тамамлап, көҙ көнө Фехтование үҙәген сафҡа индерергә вәғәҙәләй. Уны Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы барышында асыу күҙаллана. Ә декабрҙә бында фехтование буйынса тәүге ярыштар ойошторола.

«Ошондай ҙур спорт объектын төҙөүгә күңел шатлана. Олимпия чемпиондары Аделина Заһиҙуллина менән Тимур Сафин, тренерҙар миңә мөрәжәғәт иткәс, 300 миллионға бәләкәй үҙәк төҙөрбөҙ тип уйлағайным. Был инде миллиард һумға барып баҫты. Ауыр бирелә, әммә объект бөтөнләй икенселәй килеп сыҡты. Рәсәйҙә ошондай ике фехтование үҙәге бар. Мәскәү өлкәһендә һәм Новосибирскиҙа. Икеһе лә күренекле спортсыларҙың исемен йөрөтә. Беҙҙекенә билдәле тренер Рәмил Әйүповтың исеме бирелә. Был Рәсәй Федерацияһында иң яҡшы фехтование үҙәге булыр, моғайын», - тип билдәләне Радий Хәбиров, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисының һорауына яуап биреп.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-05-15/tsentr-fehtovaniya-v-ufe-sdadut-osenyu-tekuschego-goda-3766803

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика