Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы яңы тренерҙар штабын булдырҙы. Виктор Козлов команданың баш тренеры булып ҡала.
«Салауат Юлаев»тың тренерҙар штабына тағы дүрт белгес инде, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте.
Николай Цулыгин килешеүҙе оҙайтты. Физик әҙерлек нигеҙҙәре буйынса тренер Адриан Вальво ла эшләүен дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, француз белгесе 2022 йылдың йәйендә «юлаевсылар» составына инде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Виктор Козловтың тренерҙар штабында бығаса «Толпар» йәштәр командаһын етәкләгән Владимир Потапов та бар. «Югра» нан күскән Дмитрий Мезенцев ҡапҡасылар менән эш өсөн яуап бирә.
Шулай уҡ тренерҙар штабын үҙ карьераһын тамамлаған Евгений Бирюков тулыландырҙы. Уның тәжрибәһе баш тренерға йәш хоккейсылар менән эштә ярҙам итер тип билдәләнә.