

Башҡортостан йөҙөүселәре Халыҡ-ара паралимпия комитетының йөҙөү буйынса Европа чемпионатында тағы ике миҙалға лайыҡ булды. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, Богдан Мозговой — көмөш, Андрей Николаев иһә бронза призер. Яҡташтарыбыҙ ирекле стилдә 100 метрлыҡ арауыҡта еңеүгә өлгәште.
Андрей Николаев ярыштың тәүге көнөндә көмөш миҙал яуланы. Спортсы ирекле стилдә 400 метрлыҡ арауыҡта икенсе булып килде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Португалияла ярыш 21 апрелдән 27-һенә тиклем бара. Турнирҙа 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Рәсәй командаһында 47 паралимпиясы сығыш яһай. Илнур Ғарипов, Аделина Рәзетдинова һәм Артур Сәйфетдинов та миҙалдар өсөн көс һынаша.
Йөҙөү буйынса Европа чемпионатында ҡатнашыу 2024 йылда Париждағы Паралимпия уйындарына квалификация өсөн мотлаҡ шарт булып тора.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.