06:06 (UTC+5), 09 Апреля 2024

Башҡортостандан уҡытыусы – тауҙа йүгереү буйынса дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы

Фото: Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Учалы районынан Максим Тимофеев Железноводскиҙа тауҙа йүгереү буйынса Рәсәй чемпионатында финишҡа беренсе булып килде. Был хаҡта Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте. Спортсы 7350 метр оҙонлоҡтағы трассаны 40 минут 52 секундта үтеп, тауҙа йүгереү буйынса дүрт тапҡыр ил чемпионы исемен яуланы.

Максим Тимофеев 2019, 2020, 2022 йылдарҙа ла еңеүсе булды. Уҙған йылда яҡташыбыҙ 7350 метр араны 42 минут 9 секундта үтте, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Әйткәндәй, яҡташыбыҙ Учалы районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-04-08/prepodavatel-iz-bashkirii-stal-chetyryohkratnym-chempionom-rossii-po-gornomu-begu-3719470

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика