13:41 (UTC+5), 03 Апрель 2024

Яҡташыбыҙ Тимур Сафин — фехтование буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призеры

Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфө рапирасыһы, өс тапҡыр Европа чемпионы, Олимпия уйындары еңеүсеһе Тимур Сафин фехтование буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призеры булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан. Турнир Пермь өлкәһенең Кондратово ауылында бара.

Беренсе көндә Кирилл Бородачев еңеү яуланы. Игеҙәк туғаны Антон унан бер аҙ ҡалышты. Иртәгә рапира ярыштарында ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша, улар араһында Өфөнән Аделина Заһиҙуллина ла бар.

2 апрелдә башланған ярыштар 9 апрелгә тиклем бара. Турнирҙа 26 төбәктән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. «Красава» спорт һарайы юлдарына илдең иң яҡшы спортсылары, Олимпия уйындары, донъя һәм Европа чемпионаттары, халыҡ-ара һәм Рәсәй турнирҙары чемпиондары һәм призерҙары, шулай уҡ өмөтлө спортсылар сыҡты. Йәмғеһе 12 комплект миҙал уйнатыла.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-04-03/timur-safin-iz-ufy-stal-bronzovym-prizyorom-chempionata-rossii-po-fehtovaniyu-3712249

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика