Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март , 14:59

Башҡортостан Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнаша

Башҡортостанда республика делегацияһын 8-14 сентябрҙә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала V Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашыуға әҙерләү өсөн ойоштороу комитеты булдырыла. Башҡортостан делегацияһының уйындарҙа ҡатнашыуы тураһында бойороҡҡа Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Астанала бишенсе Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ат сабышы, милли көрәш төрҙәре, традицион интеллектуаль уйындар, традицион уҡтан атыу, ҡоштар менән милли һунар төрҙәре,, халыҡ уйындары, шулай уҡ этник спорт төрҙәре буйынса күрһәтмә сығыштар көтөлә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ярыштарҙа донъяның 100-ҙән ашыу иленән 4 меңгә яҡын кеше ҡатнаша.

Башинформ хәбәр иткәнсә, Башҡортостан менән Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса «юл картаһына» ҡул ҡуйҙы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-03-15/bashkiriya-primet-uchastie-vo-vsemirnyh-igrah-kochevnikov-3683517

Автор:Сергей Николаев
Читайте нас: