Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.59
-0.73
92.81
-0.05
62.43
+0.05
-28 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Март 2024, 17:18

Республика спортсыһы паралимпиясылар араһында еңел атлетика буйынса Гран-при яуланы

Руслан Хәбибовтың ТГ-каналы
Фото: Руслан Хәбибовтың ТГ-каналы

Туниста паралимпиясылар араһында еңел атлетика буйынса донъя Гран-прийы этабы тамамланды. Унда донъяның 42 иленән 353 спортсы йыйылды. Был ярышта 2,5 йыл эсендә тәүге тапҡыр Рәсәй спортсылары ла ҡатнашты. Йыйылма командаға Башҡортостан вәкиле Анна Кулинич-Сорокина ла инде. Милли йыйылма команда составында Анна T11/12 класында (200 метрға йүгереү) һәм F12/46 класында һөңгө ырғытыуҙа ике алтын миҙал яуланы. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында ошондай ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашты.

«Спортсыны һәм уның тренеры Петр Буйловты уңыштары менән ҡотлайым!» -  тип яҙған ул.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-03-13/sportsmenka-iz-bashkirii-vyigrala-gran-pri-po-legkoy-atletike-sredi-paralimpiytsev-3679867

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас