Иртәгә, 2 мартта, Өфөнөң «Артерия» үҙәгендә Рәсәй гроссмейстеры Сергей Карякин менән осрашыу була.
Гиннестың рекордтар китабына индерелгән билдәле шахматсы сараға килгән ҡунаҡтарҙың һорауҙарына яуап бирә һәм автограф тарата.
Бынан тыш, осрашыу барышында Азия чемпионы, баш ҡаланың «Толпар» клубы резиденты Ләйлә Тамербакова менән шахматта бер үк ваҡытта уйнау сеансы үткәрелә.
Урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Тамашасылар өсөн ҡатнашыу бушлай (һылтанма буйынса теркәлергә).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ләйлә Табермакова Рәсәйҙең иң яҡшы спортсылары иҫәбенә индерелде.
6+