Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль 2024, 10:56

Башҡортостан фристайлерҙары Бөтә Рәсәй Спартакиадаһында ике бронза миҙал яуланы

Башҡортостандың Спорт министрлығы
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Башҡортостан фристайлерҙары командаһы ике бронза миҙалға лайыҡ булды. Республиканың Спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Бөтә Рәсәй көслөләр спартакиадаһында фристайлда (акробатика дисциплинаһында) шәхси иҫәптә ир-егеттәр араһында — Илдар Хәкимов, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ксения Шаронова өсөнсө урынды алды.

Ике спортсы ла тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә тренерҙар Р.А. Муллағәлиевта һәм Е.С. Муллағәлиевала шөғөлләнә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһының Көслөләр спартакиадаһы матчында икенсе тапҡыр еңеү яулауы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-02-15/fristaylery-bashkirii-zavoevali-dve-bronzovye-medali-na-vserossiyskoy-spartakiade-3644181

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас