
Башҡортостан бобслейсыһы Любовь Черных Бөтә Рәсәй көслөләр спартакиадаһында монобобта бронза миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
Беренсе урында — Красноярск крайынан Надежда Сергеева, икенселә — Краснодар крайынан Анастасия Макарова.
Көслөләр спартакиадаһында Башҡортостандың шорт-трексылар командаһы икенсе урынды алды. Семён Елистратов, Таһир Шәйнуров, Артур Рухов, Марат Түлебаев һәм Лим Кәбиров 5000 метр арауыҡҡа эстафетала көмөш призерҙар булды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Шулай уҡ Көслөләр спартакиадаһында Башҡортостандың хоккей буйынса йыйылма командаһы сығыш яһаны. Түбәнге Новгород өлкәһе командаһы менән уйында Өфөнөң «Ағиҙел» хоккей клубы ҡыҙҙары дәғүәселәренең ҡапҡаһына 11 яуапһыҙ шайба индерҙе.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан командаһында өс алтын, ике көмөш һәм өс бронза миҙал бар. Республикабыҙ алтынсы урында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.