

Башҡортостанда Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө сиктәрендә уҙғарылған спорт саралары башланды. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл спорт байрамының төп майҙансыҡтары — Әлшәй, Ишембай, Өфө һәм Учалы райондарында, шулай уҡ Өфөнөң Киров районында.
Был майҙансыҡтарҙа конькиҙа шыуыу спорты, шайбалы хоккей, биатлон, саңғы ярыштары һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса турнирҙарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашырға мөмкин.
10 февралдә Раевка ауылында «Рәсәй саңғы юлы — 2024» Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышының район этабы ойошторола. Ә 17 февралдә шул уҡ ауылдың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе биләмәһендә Әлшәй районы профсоюздарының, хеҙмәт коллективтарының һәм ауыл биләмәләренең ҡышҡы спартакиадаһы үткәрелә. 9 февралдә Ишембай районында — скандинавса атлап йөрөү фестивале, 13 февралдә иһә биатлон буйынса Ишембай районы беренселеге була. 17 февралдә Учалы районында «Аҡман-тоҡман» ҡышҡы һабантуй ойошторола, 18 февралдә спорт һөйөүселәрҙе «Ҡарбабайҙар фестивале»нә саҡыралар.
2024 йылдың ҡышҡы спорт төрҙәре көнө 3 мартҡа тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте үрҙә әйтелгән райондарҙың спорт комитеттарында алырға мөмкин.
Әйткәндәй, йыл һайын тотош илдә Рәсәй Олимпия комитетының күмәк спортты үҫтереүгә булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө үткәрелә. 2024 йылда Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө Сочиҙағы XXII Ҡышҡы олимпия уйындарының һәм XI Ҡышҡы паралимпия уйындарының ун йыллығына арнала.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.