29 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубы Владивостокта «Адмирал»ды еңеп, Гагарин кубогының плей-офына сыҡты.
55-се минутта Өфө хоккей мәктәбенең 19 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе Ярослав Цулыгин КХЛ-да үҙенең тәүге, еңеү шайбаһын индерҙе. Данил Алалыкин да шайба ырғытыуҙа уңышҡа өлгәште.
Шулай итеп, «юлаевсылар» турнир таблицаһында өсөнсө урынды һаҡлап ҡалды, уларҙың иҫәбендә - 77 мәрәй.
Уйындар 29 февралдә башлана.