
Өфө дзюдосыһы Матвей Каниковский Халыҡ-ара дзюдо федерацияһының Португалия гран-прийы чемпионы титулына лайыҡ булды. Спортсының Одивелашта уҙған халыҡ-ара турнирҙа еңеүе тураһында Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Матвей Каниковский 100 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаны. Финалда яҡташыбыҙ ике тапҡыр донъя чемпионы, Европа-2023 чемпионатының бронза призеры Николоз Шеразадишвилиҙы (Испания) еңде.
Әйткәндәй, Португалияла уҙған гран-при этабы 2024 йылғы Олимпиадаға (Париж) һайлап алыу турниры булып тора.
Бынан алдараҡ Башҡортостан көрәшсеһе Дамир Таһиров Саранскиҙа грек-рим көрәше буйынса округ турнирында алтын миҙал яуланы. Республика көрәшселәре Эдгар Шерстобитов, Николай Турбин һәм Ратмир Ғәлимйәнов та бронза миҙалдар менән ҡайтты, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.