Белорет районының Манышты ауылында данлыҡлы һунарсы Бигарслан Солтанов исемендәге милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса икенсе республика турниры уҙҙы.
Быйыл ярышҡа Ауырғазы, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы һәм Өфө райондарынан, Белореттан һәм Өфөнән 71 спортсы килде. Улар һунар саңғыһында 1800 метрға уҙышыуҙа, яндан уҡ, пневматик мылтыҡтан атыуҙа һәм һөңгө ташлауҙа етеҙлеген күрһәтте. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ҙа уларҙан ҡалышманы.
Ир-егеттәр араһында — Илназ Ғүмәров, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әлфиә Фазылова чемпион исемен яуланы. Үҫмерҙәр араһында бер туған Илвир һәм Илмир Асҡаровтар беренсе һәм икенсе урындарҙы бүлеште.
Турнир «Ирҙәр ҡоро» йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән үткәрелде. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта һүҙҙәренсә, үҙенсәлекле турнирҙы үткәреү идеяһын Манышты ауылында тыуып үҫкән Раян Миһранов тәҡдим иткән.
Ярыштан һуң ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн Башҡортостан биатлонының спорт дисциплиналары буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Башҡорт һунарсыһы» картинаһында ла нәҡ Манышты һунарсыһы Бигарслан Солтанов һынландырылған. Рәссам уны 1928 йылда Белорет районына барған сағында төшөргән. Ә картинаның икенсе яғында былай тип яҙылған: «Бигарслан Солтанов, һунарсы, 30 йәш, 20-гә яҡын айыу, 16 бүре алған, инвалид, һунарҙа инвалид булып ҡалған, Бурзик ҡушаматлы эт».