

Башҡортостан армрестлерҙары Түбәнге Камала армрестлинг буйынса Волга буйы федераль округы чемпионатында һәм беренселегендә 18 миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығы хәбәр итә.
Башҡортостан спортсылары ике алтын, ете көмөш һәм туғыҙ бронза миҙал алды. Шулай уҡ дөйөм команда зачёттарында республика дүрт тапҡыр көмөш призёр булды.
Башҡортостан спортсыһы Полина Коноплина ҡаяға үрмәләү буйынса б Бөтә Рәсәй ярыштарында бронза призер булды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.