

2024 йылдың 10 ғинуарынан 14-нә тиклем Мәскәүҙең ВДНХ комплексында «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы барышында Башҡортостандың «Спорт еңеүҙәренә 100 йыл» аҙналығы асыла. Тематик аҙнаны республиканың Спорт министрлығы ойоштора.
Бөгөн Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә аҙналыҡта республикабыҙҙың билдәле спортсылары — Тимур Сафин, Аделина Заһиҙуллина, Азалия Әминева, Эльбрус Ниғмәтуллин, Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Рима Баталова һәм башҡа чемпиондарҙың ҡатнашыуы хаҡында әйтте, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
«Башҡортостандың «Спорт еңеүҙәренә 100 йыл» аҙналығына беҙ ҡыҙыҡлы программа әҙерләнек. Күргәҙмәлә Башҡортостан Республикаһының Олимпия мираҫын, клубтарҙы, командаларҙы күреп баһаларға, республика спортсылары, олимпия һәм паралимпия чемпиондары менән шәхсән танышырға мөмкин. Беҙ Башҡортостанда үҫешкән һанлы спорт төрҙәре менән таныштырабыҙ. Фиджитал спорт, спорт программалауы, дрондарҙа уҙыш, компьютер спорты. Йәштәр интерактив футбол һәм хоккей уйнарға, үҙҙәрен башҡа спорт төрҙәрендә һынап ҡарарға мөмкин», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостан спорты аҙналығы программаһы билдәле булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.