Башҡортостанда 2024 йылда «Ҡала тренеры» проектын ғәмәлгә ашырыу башлана. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе.
«Абруйлы чемпионаттарҙа еңеү яулаған спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы дәртләндереү өсөн махсус дәүләт стипендияларын булдырҙыҡ (30 мең һум). Хәҙер уны 73 спортсы һәм тренер ала. «Ауыл тренеры» проекты сиктәрендә түләүҙең күләмен 600 меңдән миллионға тиклем арттырҙыҡ. 2024 йылда «Ҡала тренеры» проектын башлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Киләһе этапта яңы быуын чемпиондар әҙерләү өсөн олимпия резервы училищеһын асабыҙ, тип билдәләне республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡала тренеры» программаһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе быйыл июль айында Башҡортостан хөкүмәте ултырышында ҡаралды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Унда 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа (Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский) «Ауыл тренеры» проекты кеүек программа талап ителеүе билдәләнде. Был проект ҡалаларҙа эшләмәй, ә тренерҙарға ихтыяж бар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.