

Башҡортостан спортсыһы Юлия Чумгалакова 48 килограмм ауырлыҡ категорияһында бокс буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы.
Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ Силәбе өлкәһенән Александра Кулешованы еңде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты 4 ноябрҙән 11-енә тиклем барҙы. Ярыштар Башҡортостандың Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә ойошторолдо.Турнирға Рәсәйҙең 49 төбәгенән 180 спортсы килде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
Рәсәйҙең Бокс федерацияһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл турнирҙың дөйөм приз фонды — 24 миллион һум. Еңеүселәргә — миллион ярым, көмөш миҙалсыларға — 250 мең, ә бронза миҙал өсөн 125-шәр мең һум тапшырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.