Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ноябрь 2023, 17:04

Башҡорт боксеры Азалия Әминева Рәсәй чемпионаты финалына сыҡты

Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы
Фото:Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы

Башҡортостан вәкиле Азалия Әминева ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты финалына сыҡты. Ярымфиналда спортсыбыҙ Мәскәү ҡыҙы Ангелина Шевякованы еңде, тип яҙҙы үҙенең телеграм-каналында спорт министры Руслан Хәбибов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 ноябрҙә Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты башланды. Турнир 11 ноябргә тиклем бара. Унда Рәсәйҙең 49 төбәгенән 180 спортсы ҡатнаша, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». 

Бөгөн Башҡортостандың Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә йәнә ике яҡташыбыҙ - Надежда Голубева һәм Зенфира Магомедалиева алышҡа сыға.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-11-10/bashkirskaya-boksersha-azaliya-amineva-vyshla-v-final-chempionata-rossii-3515515

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: