Башҡортостан шахбокссылары Италияла үткән донъя чемпионатында еңеү яуланы. Спортсылар классик шахбокста ике алтын һәм бер бронза миҙал алды. Турнирҙа илдең йыйылма командаһы составында Илсур Исхаҡов, Артур Ханнанов һәм Дилара Хәтмуллина сығыш яһаны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, шахбокста спортсы рингта ла уңышлы сығыш яһарға, шахматта ла оҫта уйнарға тейеш. Уйын спортсыларға физик көсөн, шахматта тактиканы белеүен күрһәтергә мөмкинлек бирә.