

2024 йылда Өфөлә ХІІ «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумы ойошторола. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған хөүмәттең оператив кәңәшмәһендә әйтеүенсә, әлеге сара илдең спорт тормошонда мөһим һәм республика өсөн әһәмиәтле булмаҡсы, сөнки ул баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығы сиктәрендә ойошторола.
«Форумды юғары кимәлдә үткәреүҙе гарантиялайбыҙ», - тип билдәләне Руслан Хәбибов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Пермдә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумы булды. Ил делегаттары алдында Рәсәй президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Дәүләт башлығы төрлө илдәрҙең спортсыларын Өфөгә форумға саҡырҙы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
«Киләһе йылда «Рәсәй — спорт державаһы» форумы үткәрелә. Ул һәр ваҡыт ҙур илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ойошторола. Был юлы Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә. 2024 йылда Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Форум ҡунаҡтарының Рәсәйҙең тағы бер үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы төбәгенең мәҙәниәте, тарихы һәм мираҫы менән танышыу мөмкинлеге бар», — тине Владимир Путин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.