2024 йылда Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумын үткәреү Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла спортты һәм физкультураны үҫтереү өсөн өҫтәмә этәргес булыр. Бөгөн «Рәсәй — спорт державаһы» ХІ халыҡ-ара форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе. Баш ҡаланың 450 йыллығы билдәләнгән йылда абруйлы сараны ҡабул итеү — Өфө өсөн оло мәртәбә, тине республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Рәсәй президенты Владимир Путин Пермдә «Рәсәй — спорт державаһы» ХІ халыҡ-ара форумын асыу тантанаһында киләһе йылда Рәсәй төбәктәрен һәм сит ил вәкилдәрен «Рәсәй — спорт державаһы» форумында ҡатнашырға саҡырҙы. Форум 2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә ойошторола, тип билдәләне дәүләт башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Пермдә «Рәсәй — спорт державаһы» ХІ халыҡ-ара форумы эш башланы. Ул 19 октябрҙән 22-һенә тиклем бара. Форумды асыу тантанаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика вице-премьеры Ирек Сәғитов һәм республиканың спорт министры Руслан Хәбибов килде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ»мәғлүмәт агентлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.