15:10 (UTC+5), 10 Октября 2023

Башҡортостандан йәш шахматсы — ике тапҡыр Рәсәй чемпионы

Фото: Башҡортостандың Шахмат федерацияһы
Эдуард Ҡусҡарбәков
Башҡортостандың Шахмат федерацияһы
Фото: Башҡортостандың Шахмат федерацияһы

Башҡортостандан йәш шахматсы Адель Йосопова ауыл ерендә уҡыған ҡыҙҙар араһында классик шахмат буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Был хаҡта республиканың Шахмат федерацияһынан хәбәр иттеләр.

Адель Йосопова 2-10 октябрҙә Һамар өлкәһендә ауыл уҡыусылары араһында ойошторолған Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашты. «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, турнирҙа ҡыҙ спорт ҡомарын һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтте.

Шулай уҡ яҡташыбыҙ турнирҙа 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында беренсе, сатраш композицияларын сисеү буйынса конкурста икенсе урынды алды, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Шахмат федерацияһында.

Ә бынан алда Адель Йосопова Силәбе өлкәһендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткән Рәсәй кубогы этабында сығыш яһағайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Адель Йосопованың ғаиләһендә апаһы Жизель, ҡустылары Эмиль менән Камил да шахмат менән мауыға. Әсәһе Ольга Йосопова әйтеүенсә, балаларҙа шахматҡа һөйөүҙе атаһы Ринат Йосопов уятҡан.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-10-10/yunaya-shahmatistka-iz-bashkirii-stala-dvukratnoy-chempionkoy-rossii-3472920

Эдуард Ҡусҡарбәков
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика