Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Октябрь 2023, 17:00

Өфөгә «Динамо» ойошмаһы ярыштарында ҡатнашыу өсөн 15 команда килде

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы
Фото: Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы

Өфөлә «Динамо» ойошмаһының 100 йыллығына арналған волейбол буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башланды. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына билдәле булыуынса, Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең 15 төбәгенән 15 волейбол командаһы килде. Бындай ярыштар күпселек волейболсылар өсөн олимпия пьедесталына күтәрелеү юлында мөһим этап һәм ныҡлыҡҡа һынау булып тора.

«2023 йыл илебеҙҙең байтаҡ спорт ойошмалары өсөн юбилейлы булды. Рәсәйҙең, республиканың Спорт министрлығының һәм илебеҙ волейболының, шулай уҡ «Динамо» ойошмаһының 100 йыллығы, ә былтыр Башҡортостан Республикаһында тармаҡ волейбол йылы ине», — тип белдерҙе республикабыҙҙың спорт министры.

Бынан алдараҡ «Башинформ» «Урал» волейбол клубының Иран спортсыһы Милад Эбадипурҙы ҡабул итеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-10-03/v-ufu-priehali-15-komand-dlya-uchastiya-v-sorevnovaniyah-obschestva-dinamo-3463701

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас