Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
60.73
+0.03
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2023, 16:29

Башҡортостан рапирасыһы Малена Шайморатова — Бөтә Рәсәй турнирында бронза призер

Ләйсән Закирова
Фото: Ләйсән Закирова

Башҡортостан рапирасыһы Малена Шайморатова «Балтика старты» фехтование буйынса Бөтә Рәсәй турнирының бронза призеры булды. 18 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар араһындағы ярыштар Ленинград өлкәһенең «Выборг» спорт комплексында бара. Турнирҙа Рәсәй төбәктәренән 1000-гә яҡын йәш спортсы сығыш яһай. Ярыштарҙа фехтованиеның бөтә төрҙәре тәҡдим ителгән: рапира, ҡылыс, шпага. Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең Малена Шайморатова шпага менән шәхси алышта өсөнсө урынды яуланы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-09-06/rapiristka-iz-bashkirii-malena-shaymuratova-stala-bronzovym-prizerom-vserossiyskogo-turnira-3421976

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас