

Бөгөн Өфөлә «Салауат Юлаев» хоккейсыһы Родион Әмиров менән хушлашыу сараһы үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика хөкүмәте ағзалары, «Өфө» футбол клубы, «Торос» хоккей командаһы, башҡа спорт командалары вәкилдәре һәм Родионды талантлы уйынсы булараҡ белгән меңәрләгән көйәрмәндәр ваҡытһыҙ китеп барған йәш спортсы менән хушлашырға килде.
«Бөгөн Башҡортостан һәм бөтә спорт донъяһы «Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсе Родион Әмиров менән хушлаша. Йәш һәм талантлы кешеләрҙең китеүе бик ҡыҙғаныс. Родиондың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
«Бөгөн беҙ Родион Әмировты оҙатабыҙ. Был Салауат Юлаев өсөн, тотош республика өсөн, барыбыҙ өсөн дә ҙур юғалтыу. Родион беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм өмөтөбөҙ ине. Аҙағына тиклем көрәште», — тине «Салауат Юлаев» клубының генераль директоры Ринат Бәширов.
Родион Әмиров менән хушлашырға килгән КХЛ-дың йәштәр хоккейын үҫтереү буйынса вице-президенты Александр Гуськов, Родион Әмировтың вафаты бөтә спорт донъяһын ҡайғыртты, тип белдерҙе. Йәш хоккейсы тураһында иҫтәлек һәр спортсының күңелендә йәшәйәсәк, тип билдәләне ул. Родион Әмиров — тәүәккәллек һәм еңеү рухы өлгөһө, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Гусков.
Аренаға йыйылған халыҡ Родион Әмировты алҡыштар менән һуңғы юлға оҙатты. Фан-клуб һәм «Толпар» тәрбиәләнеүселәре хоккейсыны барабан һәм сәкәндәр һуғып алҡышланы.
Родион Әмиров Ишембай районының Богдановка ауылында ерләнәсәк.
«Башинформ» мәрхүмдең яҡындарының туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.