Ишембай егете, «Салауат Юлаев» клубының 21 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе Родион Әмиров кисә вафат булған. Был хаҡта хоккей клубының телеграм-каналында хәбәр итәләр.
«Ауыр тойғолар менән беҙҙең тәрбиләнеүсе, йәш һәм талантлы, сағыу һөжүмсе Родион Әмировтың вафат булыуы хаҡында еткерәбеҙ. Родион көслө, игелекле һәм тормошто яратыусан кеше ине. Оҙаҡ ваҡыт ул ауыр сир менән көрәште. Барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Родион һәр саҡ команда янында, ҙур хоккей ғаиләбеҙҙең бер өлөшө булды. Ул һәр ваҡыт бәйләнештә ине, шылтыратты һәм еңеүҙәрҙән һуң хоккейсыларҙы ҡотланы, уңыщтарыбыҙҙы ла, көйөнөстәребеҙҙе лә беҙҙең менән бергә кисерҙе. Родион Әмиров мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә буласаҡ. Йәш һәм сағыу хоккейсы, шәп кеше. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уның хаҡындағы яҡты иҫтәлек мәңге һаҡланыр», — тиелә «Салауат Юлаев»тың релизында.
Бынан алда «Башинформ» «Торонто Мэйпл Лифс» клубы һөжүмсеһе, «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыһы Родион Әмировта баш мейеһе яман шеше асыҡланыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Диагноз медицина тикшереүе барышында һәм башҡа травманы дауалау мәлендә раҫланған. Спортсы Германияла ауыр сирҙән дауаланды.
«Эйе, хәҙер еңел түгел, әммә мин бындай ярҙам менән еңеү алыҫта булмауына ышанам. Бөгөн мин атай-әсәйем менән Германияла. Кәрәкле медицина процедуралары үтәм, ерҙә шөғөлләнәм, табиптарҙың күрһәтмәһен иҫәпкә алып, аҙнаһына өс тапҡыр боҙға сығам. Тағы ла бер тапҡыр йылы һүҙҙәрегеҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн атай-әсәйем исеменән рәхмәт әйтәм. Аллаһ менән барыһын да еңеп сығасаҡмын. Барығыҙҙы ла ҡосаҡлайым», — тип мөрәжәғәт итте 2021 йылда көйәрмәндәргә Родион Әмиров.
Шуны өҫтәргә кәрәк, 2022 йылдың 14 октябрендә Торонто ҡалаһындағы (Канада) Скотиабанк-Аренаһында «Торонто Мэйпл Лифс» (Канада) һәм «Вашингтон» уйынында Родион Әмиров «Торонто» командаһы ағзаһы булараҡ сығыш яһаны.
«Башинформ» мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.