Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
20+ °C
Облачно
Спорт
9 Августа 2023, 04:30

Күмертау егете Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе

«Башинформ» агентлығына республика спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 4-6 августа Пермдә еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үткән. Күмертау ҡалаһы спортсыһы Ислам Мирасов 100 метрға йүгереүҙә еңеүсе тип таныла, ә оҙонлоҡҡа һикереүҙә 2-се урынды яулай.

400 метрға йүгереүҙә 4-се урын алған иң йәш ҡатнашыусы Айнур Әбсәләмовтың уңыштарын да билдәләп үткәндәр.

– Спортсыларҙы һәм уларҙың тренеры Владимир Казаковты яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайбыҙ", — тип белдерә спорт министрлығы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-08-09/sportsmen-iz-bashkirii-stal-pobeditelem-vserossiyskih-sorevnovaniy-po-legkoy-atletike-3378286

Читайте нас