06:08 (UTC+5), 28 Июля 2023

Яҡташыбыҙ Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарында илебеҙ командаһына тағы бер еңеү килтерҙе

Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфөлә «Беҙ бергә. Спорт» сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарында Рәсәй йыйылмаһы составында сығыш яһаған тағы бер республикабыҙ спортсыһы алтын миҙалға лайыҡ булды. Еңел атлет Денис Хәкимовтың еңеүе тураһында Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте. Чемпионға юғары награданы ла министр тапшырҙы.

«Призерҙарға наградалар тапшырҙым һәм уларға уңыштар теләнем. Спортсылар менән танышып, команданың берҙәм булыуына ҡабаттан инандым! Еңеүселәргә һәм айырыуса Денисҡа, уның тренеры Сергей Васильевич Булыгинға ҡотлау һүҙҙәрен еткерәм», - тип яҙҙы Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Башҡортостан дзюдосылары ла миҙалдар яуланы. Ҡорбан Мортазалиев, Олеся Ястребова — алтын, Аржана Таханова көмөш миҙал алды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-07-27/legkoatlet-iz-bashkirii-prinyos-eschyo-odnu-pobedu-v-kopilku-sbornoy-rossii-na-letnih-igrah-surdlimpiytsev-3354264

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика